

1 сентябрҙә Хәйбулла районының Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асты. Шулай итеп, 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса шарттар булдырылған белем усағында башланы.
Билдәле булыуынса, бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ бурысын үтәгән. Һөҙөмтәлә уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған сағыу, заманса мәктәп ҡаршы ала, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡалған, тип әйтергә мөмкин.
1961 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж ине. Бина һыуыҡ булған, капиталь ремонт үткәрелмәгән, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонтланған, биҙәкләү эштәре башҡарылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыртылған. Бөтә эштәр ҙә уҡыу процесына ҡамасауламай башҡарылған.
Бинаны ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, йомшаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамалдары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетына ҡорамалдар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: 2022–2026 йылдарға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаға ярашлы, быйыл ил буйынса 1300 мәктәп ремонтлана, ә 2026 йыл аҙағына был һан 7300 тәшкил итәсәк. Ошо маҡсатҡа 418 миллиард һум аҡса бүленә. Программа мәктәп инфраструктураһын яңыртыуҙы ғына түгел, уҡытыусылар әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын камиллаштырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Уның һөҙөмтәһендә уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса белем биреү мөхите булдырыласаҡ, ул балаларҙы уҡырға, ижад итергә һәм таланттарҙы үҫтерергә дәртләндерәсәк.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА