

Буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының мәктәпкә экскурсияһы мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреүҙең күсәгилешлелеге өлкәһендә мөһим сара булып тора.
"Йәйғор" балалар баҡсаһының "Лилиә" һәм "Нәркәс" әҙерлек төркөмдәре Белем көнөнә арналған тантаналы линейкала 2-се Аҡъяр мәктәбенә барҙы. Экскурсия ваҡытында төркөм тәрбиәселәре Ә.И. Сәлимова һәм Р.Ғ. Асҡарова кескәйҙәрҙе мәктәп менән, унда ойошторолған тантана менән таныштырҙы.
Экскурсиянан алған тәьҫораттар ҙа иҫ киткес: балаларҙың күҙҙәрендә күпме тәьҫораттар, һоҡланыу, ә «Мәктәпкә барырға теләйһегеҙме?» тигән һорауға «Эйе!» тип шатлыҡлы һәм берҙәм яуап ҡайтарҙы.
Әлиә Сәлимова,
Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.