МӘҒАРИФ
2 Сентябрь 2022, 06:39

Музейҙа - Белем көнө

Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында илһөйәрлек дәрестәре үткәрелде

Музейҙа - Белем көнөМузейҙа - Белем көнө
Музейҙа - Белем көнө

Райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Музейҙа Белем көнө» республика музей акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә хәйбуллаларға - Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына арналған «Рәсәй ҡораллы көстәре элитаһы» күргәҙмәһе эргәһендә илһөйәрлек дәрестәре үткәрелде. Уҡыусылар һәм студенттар, шулай уҡ ата-әсәләр балалары менән 98-се һауа-десант дивизияһы ветерандары; Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевтың биографияһы һәм хәрби юлы;  "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған запастағы майор Шәйнур Солтановтың менән танышты.

Уҡыусылар һәм студенттар шулай уҡ башҡа дәрес ҡунаҡтарын - Хәйбулла районы буйынса Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ассоциацияһы рәйесе Денис Юлдашбаевты, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны һәм И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы директоры Илфат Ҡоҙашевты ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. Улар егеттәргә армияла хеҙмәт итеү, ғәскәр төрҙәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының 5-се курс студенты Алһыу Солтанова һайлаған һөнәрҙең етдилеге хаҡында һөйләне. Балалар һорауҙар бирҙе, дәрес аҙағында ҡунаҡтар уҡыусылар һәм студенттар менән «зәңгәр береттар»ға арналған викторинала ҡатнашты.

Музейҙа - Белем көнө
Музейҙа - Белем көнө
Музейҙа - Белем көнө
Музейҙа - Белем көнө
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас