МӘҒАРИФ
2 Сентябрь 2022, 16:54

Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы

Степной ауылы “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Белем көнөндә мәктәпкә барҙы

Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланыКескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы
Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы

Степной ауылы “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Белем көнөндә, мәктәпкә 1-се класс уҡыусыларын, беренсе мәктәп байрамы менән ҡотларға барҙылар.


Был беҙҙең, "Айгөл" балалар баҡсаһының мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреүҙең күсәгилешлелеге өлкәһендә мөһим сараларыбыҙҙың береһе булып тора.


"Айгөл" балалар баҡсаһының "Йәйғор" һәм "Йондоҙсоҡ" төркөмдәре Белем көнөнә арналған тантаналы линейкала үҙҙәренең концерт номеры һәм бәләкәй генә бүләктәре менән 1-се класс уҡыусыларын ҡотлап үттеләр.


Байрам тантанаһынан балалаларҙың алған тәьҫораттар ҙа иҫ киткес: балаларҙың күҙҙәрендә күпме ҡыуаныс, шатлыҡ,һоҡланыу күреү, балалар баҡсаһына ҡайтып иптәштәре менән уртаҡлашыу, киләһе йыл ошо Степной ауылының мәктәбенә уҡырға барыу теләктәрен еткереүҙәре, үҙе бер мәртәбә инде.

 

Нәзилә Игебаева.

Степной ауылы “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы
Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы
Кескәйҙәр 1-се класс уҡыусыларын ҡотланы
Автор:
Читайте нас