МӘҒАРИФ
1 Сентябрь 2022, 15:58

Яңы уҡыу йылын - яңыртылған мәктәптә

Капиталь ремонттан һуң 1 сентябрҙә Маҡан мәктәбе үҙ ишектәрен асты.

Яңы уҡыу йылын - яңыртылған мәктәптәЯңы уҡыу йылын - яңыртылған мәктәптә
Яңы уҡыу йылын - яңыртылған мәктәптә

Капиталь ремонттан һуң 1 сентябрҙә Маҡан мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Бында ремонт федераль программаға ярашлы капиталь ремонт башҡарылған.  Бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Маҡан мәктәбе үткән быуаттың 1961 йылдарында төҙөлгән, капиталь ремонт талап ителгән була. Программаға ярашлы, бинаның ҡыйығы, түбәһе, иҙәне, тәҙрәләре алмаштырылған, түшәмдәр ремонтланған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыртылған. Шулай уҡ белем усағы кабинеттары яңы ҡоролмалар менән дә йыһазландырылған:  мебель,  парталар, ултырғыстар, интерактив таҡталар, ашхана өсөн йыһаз, компьютерҙар, ноутбуктар һатып алынған.  Инглиз теле буйынса лингафон кабинеты булдырылған.

 Тантанала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, мәктәп директоры Әлфиә Юнысова, уҡыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Етәкселәрҙең һәр береһе сығыш яһап, хәҙер бинаның бөтә талаптарға яуап биреүен, тырышып уҡыр өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас