МӘҒАРИФ
1 Сентябрь 2022, 08:53

Хәйерле юл белем донъяһына!

Еҙ ҡыңғырау тағы ла дәрескә саҡырҙы

Хәйерле юл белем донъяһына!Хәйерле юл белем донъяһына!
Хәйерле юл белем донъяһына!

Бөгөн иртән сағыу гөлләмәләр тотҡан уҡыусылар мәктәптәргә ағылды. Һәр мәктәп ихатаһында күңелле музыка яңғырап, бөтәһен дә байрамға саҡырҙы. Айырыуса Белем көнөн тәүгә мәктәпкә уҡырға килеүсе беренселәр көтөп алды. Белем көнөнә арналған саралар бөтә мәғариф учреждениеларында ла тантаналы шарттарҙа үтте. Шул иҫәптән 1-се Аҡъяр мәктәбендә лә байрам матур үтте.

Уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ! Яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ! 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас