

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре кабинеттарҙы яңыртыу өсөн йыл һайын аҡса бирергә тейеш түгел. Бынан тыш, аҡса йыйыуҙы ойоштороу закон боҙоу тип иҫәпләнә. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
«Аҡса йыйыу - енәйәт эше. Шуға күрә мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм беҙгә хәбәр итергә кәрәк. Капиталь ремонт программаһына килгәндә, беҙҙә 7,5 мең мәктәпкә 500 миллиард һум бүленгән. Ә ағымдағы ремонт эштәре төбәк бюджеттары иҫәбенә башҡарыла. Шуға күрә бер кемдән дә аҡса йыйырға тейеш түгелдәр», - тине Кравцов.