МӘҒАРИФ
31 Август 2022, 18:18

Мәғрифәти марафон башланды

Уны Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте үткәрә.  

Мәғрифәти марафон башландыМәғрифәти марафон башланды
Мәғрифәти марафон башланды

31 августан 2 сентябргә ҡәҙәр "Белем" йәмғиәте яңы "Белем" федераль мәғрифәт марафоны ойоштора. Өс көн эсендә тамашасыларҙы 200-ҙән ашыу күренекле лекторҙың – дәүләт эшмәкәрҙәренең, бизнес лидерҙарының, ғалимдарҙың, медиаиндустрия белгестәренең сығышы көтә. Шулай уҡ яңы форматтағы лекцияларҙың, ғилемде үҫтереү тамашаһының премьераһы була. Тәүге тапҡыр марафонға теркәлеү бар теләүселәр өсөн дә асыҡ була — тыңлаусыларҙы ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡарап алалар.

Белем марафоны майҙандары илдең биш ҡалаһындағы студияларҙа урынлаша, уларҙың һәр береһе аныҡ теманы яҡтырта. Фән, мәҙәниәт, инженерия ҡаҙаныштары, технологик һәм ғилми асыштар; бай тарихи-мәҙәни мираҫ, илдең тәбиғи байлыҡтары; Рәсәйҙең, донъяның мираҫын тәшкил иткән бөтә нәмә марафон остаздары һәм йәштәрҙең фекер алышыу темаһына әйләнәсәк.

Тәүге тапҡыр марафон тректарының береһе – "Белем. Беҙ бергә" Луганск ҡалаһындағы майҙансыҡта ойошторола: мәҙәни төрлөлөк темаһына лекциялар һәм интервьюлар, төрлө халыҡтарҙың ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле традициялары, уртаҡ ҡиммәттәр аша ул бөтә тыңлаусыларға беҙҙе ысын мәғәнәһендә нимә берләштергәнен тойорға мөмкинлек бирәсәк.

Тамашасылар Мәғрифәт марафоны спикерҙарының сығыштарын илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән https://marathon.znanierussia.ru  сайтында һәм "Белем" йәмғиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә – https://vk.com/znanierussia  ҡарай ала.

1–9 сентябрҙә "Белемең менән уртаҡлаш" акцияһы үтә, уның барышында "Белем" йәмғиәте лекторҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, губернаторҙар һәм Рәсәйҙең эре корпорациялары етәкселәре Рәсәй мәктәптәренә һәм юғары уҡыу йорттарына бара, асыҡ дәрестәрҙә сығыш яһай. 2 сентябрҙә "Белем. Театр" Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән "Ҡатмарлы имтихан" пьесаһының премьераһы була. Тамашасылар уны шулай уҡ марафондың сайтында һәм "Белем" йәмғиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡарай ала.

Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың социаль селтәрҙәрендә һәм сайтында белергә мөмкин.

Мәғлүмәт, фото: marathon.znanierussia.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас