МӘҒАРИФ
31 Август 2022, 10:22

Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы

Министр Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында ошо турала белдерҙе.

Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙыМәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы
Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәктәптә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы тыйҙы. Министр Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында ошо турала белдерҙе.

Бер көн элек Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Мәскәү педсоветында эксперимент рәүешендә уҡыусыларға дәрес ваҡытында смартфон ҡулланыуҙы тыйырға тәҡдим иткәйне.

📣 "Әйҙәгеҙ, дәрестә смартфондарҙы шкафҡа һалып торайыҡ. Уҡыусы мәктәптә килгәс тә телефонын махсус урында ҡалдыра, ата-әсәләр ҙә тыныс», - тине Мединский.

Президент ярҙамсыһы һүҙҙәренсә, «төп проблема шунда: балалар дәрестә иғтибарын ситкә йүнәлтә, смартфондағы ҡыҙыҡлы уйындарҙан айырыла алмай».

Үҙгәрештәр иртәгә, 1 сентябрҙән, ғәмәлгә индерелә.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас