МӘҒАРИФ
31 Август 2022, 15:48

1 сентябрҙән финанс белемде өйрәнә башлайҙар

     

1 сентябрҙән финанс белемде өйрәнә башлайҙар1 сентябрҙән финанс белемде өйрәнә башлайҙар
1 сентябрҙән финанс белемде өйрәнә башлайҙар

1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә финанс грамоталылыҡты уҡытыу мотлаҡ буласаҡ. Был дисциплинаны Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына Рәсәй Банкы индерергә тәҡдим итте.

Уҡыусылар финанс грамоталығы буйынса белемдәрен 1-се кластан уҡ өйрәнә башлаясаҡ һәм 9-сы класҡа тиклем дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта айырым предмет булмаясаҡ. Финанс грамоталылығы элементтары башҡа мотлаҡ дөйөм белем биреү предметтары булып берләштереләсәк. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа төп төшөнсәләрҙе - «Математика» һәм «Тирә-яҡ мөхит» дәрестәрендә, ә 5-9-сы кластарҙа «Йәмғиәтте өйрәнеү белеме», «Математика», «Географика» һәм «Информатика» дәрестәрендә өйрәнәсәктәр. Ошо фәндәр буйынса дәрестәр йәки сәғәттәр һаны артмаясаҡ.

Хәбәр ителеүенсә, яңы тәжрибә тотош илдә индерелә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас