

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина наградалар тапшырҙы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Мәҙинә Ғүмәрова һәм Рәсимә Баязитова Рабиға Ҡушаева исемендәге БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһының “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы, Рәзилә Бәҙретдинова, Рәсимә Туғыбаева, Сәлиә Ҡоломбәтова, Айгөл Ҡырғыҙбаева һәм Ләйсән Йәнйегетовалар “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Почет грамоталары менән бүләкләнде.