

Сарала Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, ойошмалар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙар, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Август кәңәшмәһендә үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуйылды. Пленар өлөш алдынан рәсми делегация мәктәпкәсә белем биреү, балалар ижад йорто күргәҙмәләре, уларҙың проект эштәре менән танышты. Унда һәләтле балаларҙың, педагогтарҙың төрлө алымдар ҡулланып ижад иткән проект эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Пленар өлөш һуңында педагогия хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде, иң яҡшы белем биреү учреждениелары билдәләнде. Рөстәм Динислам улы быйыл районға эшкә ҡайтҡан йәш педагогтарға сертификаттар тапшырҙы.