

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика акцияһына ҡушылып, Аҡъяр ауылындағы социаль приют бүлеге тәрбиәләнеүселәренә бүләк тапшырҙы. Ә малайҙар һәм ҡыҙҙар погонлы ағайҙар менән осрашыуға һәм мәктәп кәрәк-яраҡтарына бик шат.