МӘҒАРИФ
16 Август 2022, 05:11

"Баласаҡ планетаһы"

Байғусҡар ауылымәҙәниәт йортонда китапхана хеҙәткәрҙәре менән берлектә балалар өсөн "Мин тәбиғәтте яратам, һаҡлайым" тип аталған экологик сара үткәрелде

"Баласаҡ планетаһы""Баласаҡ планетаһы"
"Баласаҡ планетаһы"


Һәр кесаҙна көнө, Байғсҡар ауылы мәҙәниәт йортонда китапхана хеҙмәткәрҙәре  менән берлектә балалар өсөн "Мин тәбиғәтте яратам, һаҡлайым" тип аталған экологик сара үткәрелде.

Китапханасы Резеда Ҡолсонбаева тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге, уны бысратмай, ағастарҙы һындырмай, тәләфләмай, йылғаларҙы таҙартып торорға кәрәклеген аңлатып үтте.
Балалар йылға, тау, һыу, һауа тураһында йомаҡтар, әйтемдәр, мәҡәлдәрга яуап бирҙеләр. Викторина һорауҙарына Асия Аҡҡускарова, Морат, Әминә Хаббиндар,
Гүзәлиә, Ғәзинур Хәсәновтар үҙҙэренең төплө белемле икәнен күрһәтте. Аҙаҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар "Ҡасышлы", "Бесәй һәм сысҡан", "Алтын ҡапҡа" һәм төрлө уйындар уйнап, тәмле приздар алып, күңелдәре булып таралыштылар.

 

Автор:
Читайте нас