

Профессионалитет - колледждарҙағы юғары квалификациялы белгес булырға мөмкинлек бирәсәк белем биреү программаһы ул: һеҙ әлегә уҡыйһығыҙ, ә эш урыны һеҙҙе көтә. Программа 9-11 класс уҡыусылары өсөн әҙерләнгән - уҡырға инеү бушлай, имтиханһыҙ, аттестаттың уртаса балы нигеҙендә. Предприятие менән маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү төҙөгән студенттарға өҫтөнлөк бирелә. Килешеүҙе ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында төҙөргә мөмкин.
Башҡортостанда «Профессионалитет» программаһында 6 колледж ҡатнаша:
– Өфө машиналар эшләү колледжы https://umkufa.ru/fp-professionalitet/
– Ишембай нефть колледжы http://www.ishnk.ru/
– Нефтекама машиналар эшләү колледжы http://www.nmt.edu.ru/
– Туймазы индустриаль колледжы http://tit-rb.ru/
– Салауат индустриаль колледжы https://salinc.ru/
– Стәрлетамаҡ политехник колледжы https://str-spc.ru/
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин https://www.gosuslugi.ru/10171/1/form
Имтихандар бирмәй, документтар тапшырыу ваҡыты - 2022 йылдың 15 авгусына тиклем. Документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеү комиссияһына 15 авгусҡа тиклем килтерергә кәрәк. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ 15 августан һуң сыға.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.