

Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы башланды. Республикабыҙҙа уның бурыстарын үтәү менән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге шөғөлләнәсәк. Уға ете университет, өс ғилми ойошма һәм иҡтисадтың реаль секторындағы 26 предприятие инде. Дүрт йүнәлеш буйынса алдынғы 10 технологик проект билдәләнде.
Рәсәй Хөкүмәте ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһының Өфөлә донъя кимәлендәге кампус төҙөүгә ғаризаһын хупланы. Вуз-ара студенттар кампусының дөйөм майҙаны 152 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк, төҙөлөш хаҡы 20 миллиард һум күләмендә баһалана.
Бынан тыш, республикала йәш ғалимдарға дәүләт ярҙамы саралары киңәйә, йәштәр лабораториялары һәм күп йүнәлешле классик университет – Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторола.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы бурыстарын үтәү юлдарын билдәләне.
– 2025 йылға “Ғилми ирекмәнлек” башланғысы нигеҙендә ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 100 меңдән ашыу ирекмән йәлеп ителә. Шулай уҡ 2025 йылға “Ғилми-популяр туризм” башланғысы буйынса Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәген үҙ эсенә алған 90 фәнни-популяр маршрут әҙерләнә. “ГосТех” платформаһында “Фән һәм инновациялар” домендарына һөнәри фәнни-техник берләшмә өсөн сервистар һәм платформалар инструменттары берләштерелә. Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы саралары йәштәрҙе, йәмәғәт ойошмаларын, бизнесты һәм ғалимдарҙы берләштереүгә булышлыҡ итәсәк. Йыл һайын Йәш ғалимдар конгресы сиктәрендә планды тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһала, – тине ул.