

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» белем үҙәген асыу күҙаллана. Был мөһим һәм көтөлгән ваҡиға «Мәғариф» милли проектына ҡараған «Заманса мәктәп» федераль программаһы ярҙамында бойомға ашырыла. Яңы үҙәк фәнни-тәбиғи һәм технологик йүнәлешендәге төп һәм өҫтәмә программалары буйынса белем биреүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ һәм яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Федераль проект сиктәрендә мәктәпкә яңы ҡорамалдар килтерелде: һанлы лабораториялар, механика, мехатроника һәм робототехника буйынса күнекмәләр өсөн йыйылмалар.
Мәғлүм булғанынса, "Үҫеш нөктәләре" - ул махсус белем үҙәктәре. Улар ауыл һәм бәләкәй ҡалалар мәктәптәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бында балалар һанлы, тәбиғи-фәнни, техник һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса белем ала. Һәр "Үҫеш нөктәһе" - бөтөнләй яңы белем алыу майҙаны, улар берҙәм стилдә биҙәлә, заманса ҡорамалдар менән байытыла. Улар өс йүнәлештә - физика, биология, химияла - ҡулланыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан