МӘҒАРИФ
24 Июнь 2022, 17:03

Өйҙән сыҡмайынса ғына нисек юғары уҡыу йортона инергә?

Хәҙер юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү комиссияларына шәхсән бармайынса, ҡағыҙ документтарһыҙ һәм сиратта тормайынса ғариза бирергә мөмкин.

Өйҙән сыҡмайынса ғына нисек юғары уҡыу йортона инергә?Өйҙән сыҡмайынса ғына нисек юғары уҡыу йортона инергә?
Өйҙән сыҡмайынса ғына нисек юғары уҡыу йортона инергә?

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү тураһында ғариза бирә ала. Бының өсөн раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк.

Түбәндә эш тәртибен аңлатабыҙ:

1. Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза тултырырға – https://www.gosuslugi.ru/vuzonline.
2. Ғариза ебәрергә һәм реаль ваҡытта вуздарҙан белдереү килеүен күҙәтеп барырға.
3. Юғары уҡыу йортона инеүгә ризалыҡ бирергә.
4. Уҡырға алыуҙары тураһында белдереү алырға.

Түләүле нигеҙҙә белем алған осраҡта юғары уҡыу йорто менән онлайн килешеү төҙөргә мөмкин.

Ғаризаны:
- дәүләт һәм муниципаль учреждениеларға, шулай уҡ ҡайһы бер шәхси юғары уҡыу йорттарына;
- бакалавриат һәм белгеслек программаларына;
- белем алыуҙың бөтә формаларына, шулай уҡ түләүле һәм маҡсатлы уҡыуға бирергә мөмкин.

Киләһе яҙмаларҙа Дәүләт хеҙмәттәрендәге яңы сервистың тағы ниндәй мөмкинлектәре булыуы һәм уның мәктәп тамамлаусылар өсөн ниндәй файҙа килтереүе, шулай уҡ 2022 йылда Башҡортостандың ҡайһы юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инергә мөмкин булыуы хаҡында бәйән итербеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас