МӘҒАРИФ
24 Июнь 2022, 17:12

Өйҙән сыҡмайынса ғына ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға инергә була?

  

Өйҙән сыҡмайынса ғына ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға инергә була?Өйҙән сыҡмайынса ғына ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға инергә була?
Өйҙән сыҡмайынса ғына ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға инергә була?

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы «Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» суперсервисы ярҙам итәсәк -https://www.gosuslugi.ru/vuzonline

2022 йылда Башҡортостандың түбәндәге юғары уҡыу йорттарына онлайн уҡырға инергә була:

- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
- Башҡорт дәүләт медицина университеты
- Башҡорт дәүләт аграр университеты
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
-Башҡорт дәүләт университеты
- Өфө дәүләт нефть техник университеты
- Өфө дәүләт авиация техник университеты
- Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

Ил буйынса уҡыуҙың бөтә формаларындағы 900-гә яҡын уҡыу йорто һәм филиалы электрон ғаризалар ҡабул итә. Ғариза статусының яңырыуын реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барырға мөмкин.

Сервистан файҙаланыу өсөн абитуриенттың Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Шәхси кабинетҡа белем һәм шәхси ҡаҙаныштарығыҙ тураһында документтар һалырға кәрәк. Юғары уҡыу йортона төп нөсхәләрҙе алып барырға кәрәкмәй.

2021 йылда сервис менән бюджет урындарына инергә теләгәндәр генә файҙалана ала ине. Хәҙер ул, уҡыу формаһына (көндөҙгө, ситтән тороп, көндөҙгө-ситтән тороп) ҡарамай, бөтә абитуриенттар өсөн эшләй.

Уҡырға инеүселәр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш: 8 800 301-44-55. Эш көндәрендә сәғәт 10:00-дан 22:00 сәғәткә тиклем бушлай шылтыратығыҙ.

Ҡыҙыу бәйләнеш сайты: priemvuz.ru 



#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас