

Район мәктәптәренең ғорурлығы булған 10 сығарылыш уҡыусыһы “Уҡыуҙағы уңыштары өсөн” миҙалы менән наградланды. Тантанала район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, район мәғариф идаралығы начальнигы С.Байсурин, мәктәп директорҙары һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Быйыл миҙал алыусылар 1-се Аҡъяр мәктәбенән Илья Журавлев, Линара Хәйруллина, Фирүзә Шәрипова, 2-се Аҡъяр мәктәбенән Камила Рәхмәтова, Арина Кожухарь, Лиана Хунафина, Алтынай Әлибаева, Өфө мәктәбенән Дарина Тактаева, Татыр-үҙәк мәктәбенән Карина Зәйнәғәбдинова, Маҡан мәктәбенән Илнур Сәйфуллин. Миҙалсыларҙы ҡотлайбыҙ һәм киләсәк уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.