МӘҒАРИФ
24 Июнь 2022, 17:08

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү тураһында ғариза бирә ала

Дәүләт хеҙмәттәрендәге суперсервистың ниндәй мөмкинлектәре булыуын һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн ҡайһы яғы менән файҙалы икәнлеген аңлатабыҙ

«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү тураһында ғариза бирә ала«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү тураһында ғариза бирә ала
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталында абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына һәм уларҙың филиалдарына ҡабул итеү тураһында ғариза бирә ала
- һәр төрлө уҡыу формаһы менән һеҙгә яраҡлы юғары уҡыу йортон һайларға;
- бер үк ваҡытта 5 юғары уҡыу йортона ғариза бирергә. Юғары уҡыу йорто өҫтәмә документтар һорай икән, уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре аша ебәрергә мөмкин;
- документтар тапшырыу ысулының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, Дәүләт хеҙмәттәрендә юғары уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәтте күҙәтергә;
- айырым хоҡуҡтар һәм өҫтөнлөктәр менән файҙаланырға; мәҫәлән, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүсеһе статусына эйә булған осраҡта юғары уҡыу йортона һынауһыҙ инергә;
- өҫтәмә ҡабул итеү имтихандарын уҙғарыу ваҡыты тураһында белергә;
- реаль ваҡытта конкурс исемлегендә үҙ урыныңды күҙәтеп барырға;
- уҡырға инеүгә ризалыҡ биреү менән идара итергә; мәҫәлән, порталда онлайн ризалыҡ бирергә йәки кире алырға;
- ғаризаға үҙгәрештәр индерергә;
-уҡырға алыуҙары хаҡында юғары уҡыу йортонан белдереү ярҙамында белергә мөмкин.

Дәүләт хеҙмәттәрендә абитуриенттың профиленә документтарҙың күсермәһе индерелгән булһа, уларҙы ҡабат ебәреү талап ителмәй. Кәрәк булһа, юғары уҡыу йорто һуңыраҡ уның күсермәһен йәки төп нөсхәһен һорап аласаҡ. Ғаризаны портал аша тапшырмаған осраҡта юғары уҡыу йортона «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында мәғлүмәт алырға теләүегеҙ хаҡында хәбәр итергә һәм СНИЛС индерергә кәрәк.

Киләһе яҙмала 2022 йылда Башҡортостандың ниндәй юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас