МӘҒАРИФ
24 Июнь 2022, 13:56

Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала

Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының мөдире Альбина Суринаны республика конкурсында 1-се урын алыуы менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - ХәйбуллалаБашҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала
Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире-2022» конкурсының финалы уҙҙы.

Конкурс ике турҙа үткәрелде. Беренсеһе - «Хәҙерге етәксе ниндәй ул» темаһына эссе яҙыу, икенсе турҙа ҡатнашыусылар билет һайлаған тема буйынса үҙ проекттарын яҡланы. Финалда иң яҡшы һигеҙ бәйгесе көс һынашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы мөдире Сурина Альбина Ғарифйән ҡыҙы яуланы. Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала
Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала
Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы мөдире - Хәйбуллала
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас