

“МозаЙка” лагерында балалар тәрбиәсе һәм ашнаҡсы етәкселегендә бик тәмле, кетерҙәп кенә торған печенье бешерҙеләр.
Ауыҙҙа иреп кенә тора! Бигерәк тә йылы һөттән эшләнгәне тәмле килеп сыҡты.
Балаларға ла ҡатмарлы булмаған ризыҡтар эшләргә өйрәнеү оҡшап ҡалды. Шулай итеп, лагерҙың “кулинария” блокноты тағы ла бер рецепт менән тулыланды.