

Подольск ауылы мәктәбендә 1 июндән 24 июнгә тиклем "Мир" лагеры эшләй, унда кесе мәктәп йәшендәге балалар каникул ваҡытын ҙур файҙа менән үткәрә.
Һәр көн спорт, интеллектуаль һәм мәҙәни йүнәлештәге төрлө сараларға бай. Лагерҙа тәмле ашатыу ойошторола. Менюла балалар өсөн төрлө-төрлө һәм тәмле ашамлыҡтар. Беҙҙең ашнаҡсылар тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы аш-һыу әҙерләй. Улар һәр баланы йылы йылмайыу менән ҡаршы ала. Иртәнге ашҡа балаларҙың һөтлө бутҡа, сыр, ә төшкөлөккә төрлө аштар тәҡдим ителә.
Балалар һаулығы өсөн файҙалы емеш-еләк, йәшелсә һәм йәшелсә салаттары ла кәрәк. Балалар бик ҡәнәғәт һәм ашханала рәхәтләнеп туҡлана. Мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәренә: О.В.Курносенко, С.В.Аҡсурина, О.Л.Әбсәләхова, А.Т. Марченкоға ҙур рәхмәт. Улар әҙерләгән ризыҡтарҙың бөтәһе лә бик файҙалы һәм туҡлыҡлы, ә иң мөһиме - күңел йылыһын һалып әҙерләгәндәр!