

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре район профсоюз ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһында 25 йылдан ашыу профсоюз эшенә үҙ ғүмерен бағышлаған Баныу Асҡарова хаҡлы ялға сығыу менән бәйле, ойошманың яңы рәйесе һайланды.
Баныу Рәхмир ҡыҙы исемен күп йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр яңғыраны. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова “Башҡортостан Республикаһының профсоюз федерацияһына 100 йыл” миҙалын тапшырҙы. Мәғариф идаралығы белгесе Илгиз Рафиҡ улы Ҡарабаев профсоюз ойошмаһының яңы рәйесе итеп һайланды.