МӘҒАРИФ
15 Июнь 2022, 17:41

Ә һин китап уҡыйһыңмы?

Улайһа, китапханасылар үҙҙәре “Аҡсарлаҡ”ҡа бара

Ә һин китап уҡыйһыңмы?Ә һин китап уҡыйһыңмы?
Ә һин китап уҡыйһыңмы?

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре “Нур” клубы ирекмәндәре һәм Йәш гвардияның урындағы бүлеге активистары менән бергәләп “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында “Һаман китап уҡымайһыңмы? Улайһа, беҙ үҙебеҙ һеҙгә киләбеҙ” исеме аҫтында  асыҡ һауала йәш уҡыусылар өсөн сара ойошорҙо.

Балалар әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе, китап уҡыу тураһында мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе хәтергә төшөрҙөләр , әҙәби геройҙар тураһында йомаҡтар систеләр, бейеү флешмобында ҡатнаштылар.

Ярыштар ҙа барыһына ла оҡшаны. Тиҙлектә ярыштылар һәм командала эшләргә өйрәнделәр. Командалар йүгереү, һикереү ярыштарында, туп менән эстафетала ярыштылар. Майҙан шат һәм сәмле тауыштарҙан яңғырап торҙо. Балалар бүләк ителгән китап һәм журналдарҙы ла ҡыуанып ҡабул итте.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас