

“Хәйбулла мираҫтары” мәктәп лагеры үҙ эшен гөрләп дауам итә. Бына бөгөн дә ял итеүсе балалар өсөн Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм “Юшан” ветерандар халыҡ инструменталь ансамбле ағзалары тарафынан әҙерләнгән “Ҡарға бутҡаһы” байрамы ойошторолдо..
Ҡарға бутҡаһы – ул башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ—йәй мәлендә үткәрелгән, ә ваҡыт үтеү менән яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән байрам. Сағыу күлдәкле аҡ инәйҙәрҙең мандалинала матур итеп уйнауҙары, батмустарҙа сиртеп, ҡумбыҙҙарҙа өҙҙөрөүҙәре һәр баланың күңеленә үтеп инде. Балалар төркөмдәргә бүленеп “Аҡ тирәк, түк тирәк”, “Осто-осто...”, “Бесәй менән сысҡан”, “Үгеҙ йөҙөк”, “Йәшерем яулыҡ” башҡорт халыҡ уйындарында ла бик теләп , әүҙем ҡатнаштылар. Ҡырҙа бутҡа ашау, ҡарғаларҙы һыйлау уҡыусыларҙың күңелендә бала саҡтарының матур бер иҫтәлеге булып һаҡланыр.
Уҡыусылар һәм ойоштороусылар көҙҙөң мул уңышлы булыуын теләп, бер-береһенә рәхмәттәр әйтеп бик яҡшы кәйефтә таралыштылар.