

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ ролен үтәй. Кеше телдән, телмәрҙән башҡа белем ала алмай, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Һөйләү телмәре уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы уҡыр өсөн дә кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа телевизор (IP), компьютер (интернет, контакт, ватсап) күп иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусылар һаны бик аҙ, йәш үҫмерҙәр араһында юҡ та тиерлек. Шунлыҡтан балаларҙа һөйләү телмәре кимәле түбән. Был уҡыусыларҙың ғына түгел, ә глобаль заман проблемаһы.
Бүребай мәктәбендә уҡытыусылар, тәрбиәселәр араһында үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияла ошо көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде. Ундатәжрибә уртаҡлашырға Баймаҡ ҡалаһынан, Йылайыр райондарынан вәкилдәр килгәйне. Мәләүез районының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһының логопеды Әлиә Бикова конференицяға онлайн форматта сыҡты.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында сыға.