МӘҒАРИФ
1 Июнь 2022, 09:45

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ

“Минең класыма  ауылдың иң яҡшы балалары һәм иң һәйбәт атай-әсәйҙәр эләкте”,--тип һүҙ башланы 40 йылдан ашыу Вәлит мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән педагогия хеҙмәте ветераны Зифа Йәҙеһәрова.

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡМатур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ

Зифа Әғзәм ҡыҙының  йортонда өҫтәлдәге матур сәскәләргә иғтибар иткәс, йөҙө балҡып киткән әңгәмәсем: “Элекке уҡыусыларымдың бүләге. Бер ҡасан да онотмайҙар, ауылда йәшәгәндәре лә, ситтән ҡайтҡандары ла әленән-әле килеп хәл белешә, байрамдар һайын шылтыратып ҡотлайҙар.Тәүге сығарылыш уҡыусыларым үҙҙәре инде 50 йәштән оло, әммә һаман да онотмауҙарына рәхмәтлемен ”,-- тип яуапланы.

Зифа Йәҙеһәрова Магнитогорск педагогия училищеһын тамамлап, аҙаҡ Стәрләтамаҡ педагогия институтында ситтән тороп белем ала. Ҡасандыр үҙе тамамлаған тыуған мәктәбендә 41 йыл уҡыта, тәүге йылдарҙа пионервожатый ҙа була. Абруйлы педагогия ветеранының хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу. “Тырыш, абруйлы уҡытыусы булды. Ул уҡытҡан кластар белем яғынан көслө ине. Зифа Әғзәм ҡыҙы уларҙы музыка яратырға, йырларға ла өйрәтте”,--ти уның тураһында элекке мәктәп директоры Заһира Сафина.

Зифа һәм Дим Йәҙеһәровтарҙың татыу ғаилә ҡороуына 52 йыл тула. Улар ике ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло ҡыҙҙары Миләүшә медицина училищеһын тамамлай, әле ул Вәлит мәҙәниәт йортонда эшләй.  Кейәүе менән ике бала үҫтергәндәр.  Икенсе ҡыҙҙары Гөлсөм әсәһенең хеҙмәт юлын дауам итә. Ул  Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, әле Ейәнсура районының Үрген ауылында мәктәп директоры. Уның да тормош иптәше педагог. Улар 3 бала үҫтергәндәр. Әле Йәҙеһәровтарҙың 5 ейән-ейәнсәрҙәре, 1 бүләсәһе бар.

--Бәхетлемен, яҙмышыма шөкөр итәм. Ирем  менән балаларыбыҙҙан уңдыҡ,  кейәүҙәребеҙ бик яҡшы. Йәй етһә, ихатабыҙ балалар тауышына күмелә.  Ейәнсура районындағы ейәнебеҙ әленән үк мәктәптә уҡыуҙар тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Йәй буйы күмәкләшеп ошонда ял итәләр. Каникулдарҙа, отпуск ваҡытында барыһы ла ашҡынып яныбыҙға ҡайталар. Ошонан артыҡ бәхет кәрәкмәй”,--ти Зифа апай.

Ғаилә башлығы Дим Исхаҡ улы тәүҙә электрик, аҙаҡ газ тармағы хеҙмәткәре булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ул пенсияға сыҡҡас, бәләкәй трактор һатып ала. Йорт алдындағы барлыҡ эштәрҙе башҡарырға, картуф ерен һөрөргә, таҡҡыс тағып, әйберҙәр ташырға ла бик ҡулай техника ул. Беҙ барғанда ла ул ихатала ейәне менән йорт мәшәҡәттәренә сумған ине. Хаҡлы ялдабыҙ тип тормай, ауыл уңғандарының баҡсаһы ла гөрләп тора. Емеш ағастары шау сәскәлә, түиәлдәрҙә тәүге сәскәләр баш ҡалҡыта.

--Ауыл ерендә нимә үҫә, барыһын да үҫтерәбеҙ. 20 баштан ашыу һарыҡ аҫрайбыҙ.  Йорт яныбыҙ ҡош-ҡорт үҫтереүгә бик уңайлы. Әле бройлерҙар ҙа, ҡаҙ бәпкәләре лә алғанбыҙ,--тиҙәр Йәҙеһәровтар.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас