МӘҒАРИФ
1 Июнь 2022, 09:53

“Аҡсарлаҡ” саҡыра!

Районда барлығы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды. Барлығы  4 меңдән ашыу бала рәхәтләнеп ял итеп, һаулығын нығыта ала.

“Аҡсарлаҡ” саҡыра!“Аҡсарлаҡ” саҡыра!
“Аҡсарлаҡ” саҡыра!

1 июндә 130 бала өсөн “Аҡсарлаҡ” лагерында беренсе смена асылды. Йәй дауамында бында 4 смена эшләйәсәк.

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышында 9 мәктәп яны лагерҙарына 700 бала йәлеп ителә.  Тағы ла “Аҡсарлаҡ” лагеры, 2-се Аҡъяр мәктәбе һәм Бүребай мәктәптәрендә төрлө йүнәлештәге 8 профилле сменалар ойошторола.

Йәш хәйбуллалар каникул осоронда аҡса ла эшләй ала. 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге балиғ булмаған үҫмерҙәргә  ваҡытлыса эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, 790 уҡыусыны ирекмәндәр лагеры, күп көнлөк походтар көтә. Барлығы 4 меңдән ашыу бала рәхәтләнеп ял итеп, һаулығын нығыта ала.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас