Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Май 2022, 11:23

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары - ҡолаҡта сыңлай һаман!

Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда үткән осрашыуҙа  оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә эшләгән ветеран -уҡытыусылар һәм мәктәптең башланғыс кластарының быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары саҡырылды

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары - ҡолаҡта сыңлай һаман!
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары - ҡолаҡта сыңлай һаман!
2022 йыл Башҡортостанда "Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы "тип иғлан ителде.
 
Ошо йылға арнап, Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары - ҡолаҡта сыңлай һаман "тип исемләнгән бик матур осрашыу кисәһе  үтте. Был осрашыуға оҙаҡ йылдар Әбүбәкер дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләп, күп көс һалған ветеран -уҡытыусылар һәм мәктәптең  башланғыс кластарының  быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары саҡырылды.

Уҡытыусы!   Ошо исемдән дә
Юғарыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

Уҡытыусы тураһында бик күп шиғри юлдар һалынған, әҫәрҙәр ижад ителгән, йырҙар көйләнгән. Уларҙа   уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе .  Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр ул. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алған. Юғарыла бирелгән шиғри юлдарҙа уҡытыусы, хатта, — һөнәр эйәһе генә түгел, ә ниндәйҙер алланан   бирелгән исем итеп күрһәтелә.

Әйе, бөгөнгө беҙҙең саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ ҙа ошо юғары йөрөтәләр.
Байрамды һүҙ ветеран -уҡытыусыларға бирелде. Һәр кем үҙенең мәктәп дәүерендә эшләгән яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Үҙҙәре, уҡыусылары менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләп көлөшөп тә алдылар.
Артабан байрамды 4-се  класс уҡыусылары үҙҙәренең музыкаль сәләмдәре менән дауам итте.
Кисәнең һуңында бергәләшеп сәй эсеп, ошо байрамды ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен белдереп, күтәренке кәйефтә таралыштылар.
 

 

 
Автор:
Читайте нас: