Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
26 Май , 09:32

Юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу ваҡыты иғлан ителде

   

Юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу ваҡыты иғлан ителде
Юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу ваҡыты иғлан ителде

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында уҡыу йорттарына документтар тапшырыу ваҡытын әйтте.

«2022 йылда документтар юғары уҡыу йорттарына — 20 июндән 27 июлгә, колледждарға 15 июндән 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Колледждарҙа буш бюджет урындары булһа, 25 ноябргә тиклем, ә ҡабул итеү 1 декабргә тиклем оҙайтыла», — тине Инесса Косолапова.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре имтихан тапшырған йылдан һуң дүрт йыл дауамында ғәмәлдә була, тип өҫтәне ул.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в