Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Май 2022, 14:18

Ҡыҙҙары ла, егеттәре лә бына тигән!

1-се Аҡъяр мәктәбендә быйыл 11-се класты 15 уҡыусы тамамлай. 

Ҡыҙҙары ла, егеттәре лә бына тигән!
Ҡыҙҙары ла, егеттәре лә бына тигән!

Хәйбулла районының Аҡъяр 1-се мәктәбендә быйыл 11-се класты 15 уҡыусы тамамлай. Шулар араһында Илья Журавлев, Әлиә Атанғолова, Данила Төхвәтуллин, Журавлева Полина үҙҙәренең тырышып уҡыуҙары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән айырылып тора. Илья Журавлев бөтә фәндәрҙән дә тик яҡшыға өлгәшә, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаға иҫәп тота. Егет айырыуса тарих һәм хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына, ошо предметтар буйынса төрлө йылдарҙа Рәсәй, республика, район кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урын яулаған.

Данила Төхвәтуллин да тарихты тәрәндән өйрәнә. Уның да был фән буйынса ҡаҙаныштары бихисап. Егет шулай уҡ спорт менән ныҡлы шөғөлләнә, айырыуса баскетболға өҫтөнлөк бирә.

Әлиә Атанғолова егеттәрҙән айырмалы рәүештә дизайн һәм графика менән ҡыҙыҡһына.

Полина Журавлева экология, йәмғиәтте өйрәнеү, техник йүнәлештәге предметтарҙы ныҡлы үҙләштергән. Ул шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге Ворлдскилстың төбәк этабында “Видеопроизводство” компетенцияһында дипломант булып танылған.

Был ҡыҙҙар-егеттәр Өфө дәүләт нефть университетында үткән интеллектураль уйындарҙа өс тапҡыр уңышлы сығыш яһаған. Ошо көндәрҙә генә уҡыу йортонан уларға Почет грамотаһы килгән.

Бына шундай шәп ҡыҙҙар-егеттәрҙе оло тормошҡа әҙерләп сығарырға йыйына мәктәп. Уларҙың ҡулында ҡәҙер көслө ҡорал—белем бар. Йәшлек менән белем ҡушылғас улар хатта тауҙар аҡтарырға ла һәләтле.

Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәрен теләйбеҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева.
Автор:
Читайте нас: