Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Май 2022, 16:50

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк биргәндәр?

2022 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ковидҡа тиклемге ваҡыттағы кеүек ойошторола. 

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк биргәндәр?
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк биргәндәр?

2022 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ковидҡа тиклемге ваҡыттағы кеүек ойошторола. Аттестат алыу өсөн ун беренселәр рус теленән һәм математиканан һынау тота (юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаһа ла). Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин белдергән.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осор – 5 -20 сентябрҙә. Быйыл төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләй. Имтихандарҙа 17 545 ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнашасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар араһында иң популяр фәндәр – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Информатика һәм ИКТ, биология, физика, химия, тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу юғары.

2022 йылда туғыҙынсыларҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ла ғәҙәттәгесә уҙғарыла. Сығарылыш уҡыусылары аттестат алыу өсөн дүрт имтихан бирә: рус теленән, математиканан, ә ике фәнде үҙе һайлай. Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын 42 411 уҡыусы тапшырырға әҙерләнә.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас: