Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Май 2022, 23:33

Тарихи байрам ауазы

Район пионерҙар слеты үтте

Тарихи байрам ауазы
Тарихи байрам ауазы

Балалар ижады йорто коллективы Пионерияның 100 йыллығына ҡарата район пионерҙар слетын ойошторҙо.Унда  оло быуын пионерҙар, “Алтын бал ҡорто” Башҡортостан пионерҙары,  уҡыусыларҙың Рәсәй хәрәкәте ағзалары ҡатнашты.

Слетта ҡатнашыусылар В.И.Ленин һәйкәленә сәскә һалдылар. Аҡъяр ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында балаларҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы активистары һәм лидерҙарын бүләкләү, тантаналы рапорт биреү ойошторолдо. Отрядтарға атрибуттар—Башҡортостан  пионерҙары флагтары тапшырылды. Уйындар менән аралаштырылған сарала ҡунаҡтар пионер баласаҡтары мөхитенә сумһа, заман мәктәп уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән пионер тарихы биттәре менән таныштылар.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: