Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Май 2022, 11:43

Республика вуздарына яңы уҡыу йылында бюджет урындары артҡан

..

Республика вуздарына яңы уҡыу йылында бюджет урындары артҡан
Республика вуздарына яңы уҡыу йылында бюджет урындары артҡан

Республика вуздары яңы уҡыу йылында абитуриенттар өсөн 13 465 бюджет урыны әҙерләгән. Тиҙ арала импортты алмаштырыу өсөн һөнәрҙәргә баҫым яһала, һанлы иҡтисад өсөн әҙерләүгә айырым иғтибар бүленәсәк.

 
Республика вуздарына яңы уҡыу йылында бюджет урындары артҡан
 
Республика вуздарына яңы уҡыу йылында бюджет урындары артҡан

Республика вуздары яңы уҡыу йылында абитуриенттар өсөн 13 465 бюджет урыны әҙерләгән. Был хаҡта «Объясняем. Башкортостан» телеграм-каналы хәбәр иткән.

Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9992 генә ине. 2023-2024 йылдарҙа 13 749 бюджет урыны планлаштырыла. 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Популяр йүнәлештәр араһында — мәғариф һәм педагогика  (2371 урын), геология, тау, нефть-газ эше (925 урын), машиналар эшләү (870), информатика һәм иҫәпләү техникаһы (869), медицина (807).

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: