Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Май 2022, 12:07

Телдәрҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантына заявкалар ҡабул ителә

28 апрелдә Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гарнтҡа конкурс иғлан иткәйне.

Конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттар ҙа ҡарала.

Конкурста еңгән проекттарҙы финанслау күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Бер проектҡа 3 миллион һумға тиклем аҡса бүленеүе ихтимал.

Ғаризалар 2022 йылдың 30 майына тиклем ҡабул ителә. Уларҙы грантыглавы102.рф адресы буйынса электрон порталға ебәрергә кәрәк. Конкурс шарттары менән шул уҡ порталдың “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Автор:
Читайте нас: