Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Май 2022, 11:16

Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды

-

Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды
Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды

Башҡортостан мәктәптәрендә 18 майҙа туғыҙынсылар өсөн сығарылыш дәүләт имтихандары башланды.

Бөгөн уҡыусылар — туған әҙәбиәттән, 19 һәм 20 майҙа сит телдәрҙән һынау тота. Математиканан имтихан — 23 майҙа, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 27 майҙа була.

1 июндә — биология, тарих, химия һәм физика, 7 июндә — рус теле,

10 июндә — туған телдәр, 15 июндә — информатика, химия, география һәм биология, 22 июндә — әҙәбиәт, физика һәм информатика.

Бынан тыш, 4-9 июлдә бөтә фәндәрҙән резерв көндәр билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-18/v-shkolah-bashkirii-nachalis-vypusknye-ekzameny-2807989

Автор:Иван Вавилов.
Автор:
Читайте нас: