Башҡортостандың 58 йәйге лагерында һәм өс шифаханаһында балалар өсөн йәйге ял программаһы буйынса кешбэк алырға мөмкин.
Был турала БСТ каналындағы махсус брифингта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдерҙе.
«Юлламалар туроператорҙар, мирпутешествий.рф системаһы йәки агрегаторҙар аша түләнә», — тине ул.
Төп шарт — балалар ялы өсөн «Мир» картаһы менән түләү, тип белдерҙе министр.