Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Май 2022, 11:54

"Файҙалы сығыштар тыңлап, ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ"

Хәйбулла педагогтары баш ҡалала билингваль белем биреү буйынса семинарҙа ҡатнашты

"Файҙалы сығыштар тыңлап, ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ"
"Файҙалы сығыштар тыңлап, ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ"

13 майҙа коллегам – инглиз теле уҡытыусыһы Земфира Хөрмәт ҡыҙы Ишкилдина менән 2-се һанлы күп функциялы полилингваль "Смарт" республика гимназияһында "Билингваль һәм полилингваль белем биреү" темаһы буйынса үткәрелгән семинарҙа ҡатнаштыҡ. Семинар, билингваль белем биреүҙә донъя тәжрибәһен уртаҡлашып, перспективалы ысулдарҙы эҙләү маҡсатын һәм уны Башҡортостан Республикаһында бойомға ашырыу мәсьәләләрен ҡарауға арналды.

Семинарҙың махсус ҡунағы педагогия фәндәре докторы, профессор, Мәскәү педагогия дәүләт университетының лингводидактика кафедраһы мөдире, А.И.Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының юғары уҡыу йорттары араһында билингваль һәм күп мәҙәнилек буйынса белем биреү үҙәгенең фәнни етәксеһе – Елизавета Александровна Хамраева сығыш яһаны.

Артабан түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Розалиә Рәсих ҡыҙы Сәфиуллина, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогия фәндәре кандидаты, милли белем биреү Ресурс үҙәге директоры урынбаҫары Мәрхәбә Саяфар ҡыҙы Дәүләтшина, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре докторы, доцент Венера Ғәвәз ҡыҙы Яфаева һәм республикабыҙҙың полилингваль белем биреү милли мәктәптәре, гимназияларының директорҙары, директор урынбаҫарҙары, методистар һәм уҡытыусылар эш тәжрибәләре презентациялары менән бүлеште. Елизавета Александровна семинарҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының инициативаһы буйынса үткәрелгән ижади осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Семинарҙан файҙалы сығыштар тыңлап, ҙур тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Сарала ҡатнашыусылар уны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бындай семинарҙарҙың даими үткәрелеүен теләне.

Автор:Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Баймырҙина Әлфиә Фанияз ҡыҙы.
Читайте нас: