Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Май 2022, 16:09

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 14 меңгә яҡын студент дәүләт иҫәбенә белем алыу мөмкинлегенә эйә була.

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 14 меңгә яҡын студент дәүләт иҫәбенә белем алыу мөмкинлегенә эйә була. 2019 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан. Педагогика, клиник медицина, геология, тау һәм нефть-газ эше, машиналар төҙөү, информатика йүнәлештәренә бюджет урындары күбәйгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика юғары уҡыу йорттарында белем алырға теләгән йәштәр арта.

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/176631

Автор:
Читайте нас: