Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Май 2022, 07:06

“Профессионалитет” яңы юлдар аса

Башҡортостан яңы йүнәлештәге үҙәк ойоштороуға 100 миллион һум күләмендә федераль субсидия алыу мөмкинлегенә эйә булды.  

“Профессионалитет” яңы юлдар аса
“Профессионалитет” яңы юлдар аса

Башҡортостан “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә "Машиналар эшләү" тармағы буйынса белем биреү-етештереү үҙәген (кластерын) ойоштороуға конкурс һайлауын үтте һәм “Машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге"н төҙөүгә 100 миллион һум күләмендә федераль субсидия алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” булышлығында Мәғариф-етештереү үҙәге (кластер) эшмәкәрлеге программаһын әҙерләне. “Профессионалитет” федераль проектында Өфө машиналар эшләү колледжы һәм “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” ҡатнашасаҡ.

Белешмә өсөн:

“Профессионалитет” хеҙмәт баҙары ихтыяждары менән синхронлаштырылған кадрҙар әҙерләүҙең яңы тармаҡ моделен төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. 2022 йылда Рәсәйҙең 42 төбәгендә атом сәнәғәте, тимер юл транспорты, металлургия, машиналар эшләү (шул иҫәптән авиа һәм суднолар төҙөү), химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, фармацевтика тармағы кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса 70 белем биреү-етештереү кластеры ойошторола. 2024 йылға ошондай кластерҙар һаны 210-ға етәсәк. Был башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) һәм “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: nramenskoe.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: