Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Май 2022, 12:17

Имтихан биргәндә баланы ашатырға тейештәр

Роспотребнадзор Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытындағы талаптарҙы йомшартты.  

Имтихан биргәндә баланы ашатырға тейештәр
Имтихан биргәндә баланы ашатырға тейештәр

Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, һәр бер класҡа айырым тәғәйен кабинет бүленеүе һәм метр ярымлыҡ социаль арауыҡты һаҡлау талаптары юҡҡа сығарыла. Хәҙер зигзаг рәүешендә берешәр кеше ултыртыу зарурлығы юҡ.

Әммә элеккесә имтиханға килеү графигын төҙөү, бүлмәләрҙе елләтеү, зарарһыҙландырыусы матдәләр менән йыйыштырыу, комиссия ағзаларының битлек кейеүе мотлаҡ.

Көнөнә бер генә имтихан үткәреү рөхсәт ителә, һайлау буйынса һынау тотоу көн аша булырға тейеш.

Әгәр имтихан ваҡыты дүрт сәғәттән артығыраҡҡа һуҙыла икән, уҡыусылар төшкө  аш ашап алырға тейеш. Һынау тотҡан ваҡытта эсемлек эсеү тыйылмай. Уҡығсылар сара башланыуын ярты сәғәттән артыҡ көтөргә тейеш түгел.

Фото: school84.permedu.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.

Автор:
Читайте нас: