

Матур яҙҙы ҡаршылап Байрам итәйек әле.
«Солнышко» Буребай балалар баҡсаһында "Халыҡ йолалары" тематик циклын йомғаҡлап физик үҫеш шөғөлөндә "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үткәрелде. Уның төп маҡсаты булып милли йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, тирә яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Байрамда «Ҡарға» булып кейенгән балалар матур шиғырҙар һөйләнеләр, "Тирмә", "Йәшерәм яулыҡ", "Аҡ тирәк, күк тирәк" хәрәкәтле халыҡ уйындары уйнанылар. Айһылыу өләсәй ҡаҙанда тәмле итеп бутҡа бешереп, ҡоштарға һалып сыҡты. Ямғырҙар яуып тороуын, уңыштарҙың мул булыуын теләп ағасҡа таҫмалар бәйләнеләр. Байрам бик күңелле үтте.