

Тәүге тапҡыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символдарын булған флагтар, шулай уҡ Хәйбулла районы флагы күтәрелде. Республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең дәүләт гимндары яңғыраны. Уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм 2-се Аҡъяр мәктәбенең директоры Нияз Рыҫҡолов сәләмләне.
Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты 11-се класс уҡыусыһы Арина Кожухаргә бирелһә, Башҡортостан флагын күтәреү республика олимпиадалары призеры 11-се класс уҡыусыһы Камила Рәхмәтоваға йөкмәтелде. Ә Хәйбулла районы флагын муниципаль олимпиадалар еңеүсеһе – 11-се класс уҡыусыһы Амур Фәррәхов күтәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов 2022 йылдың 1 сентябренән илебеҙҙең һәр мәктәбендә уҡыу аҙнаһы Рәсәй гимнын башҡарыуҙан һәм дәүләт флагын күтәреүҙән башланасаҡ, тип хәбәр иткәйне. Президент Владимир Путин мәғариф министрының башланғысын хупланы. Әйткәндәй, Башҡортостан был яңылыҡты беренсе булып ҡабул итте. Дәүләт символдарын күтәреү хоҡуғы бары тик алдынғы уҡыусыларға ғына биреләсәк.