

Бынан бер нисә йыл элек Һамар ауылы мәктәбе уҡыусыһы Байназар Хәйбуллин дуҫы Илназдың бәүелсәктән ҡолап төшөп, маңлайын ярғанын күреп, бер секунд та икеләнмәй, уны велосипедына ултыртып, медпунктҡа алып килә. Һөҙөмтәлә, Илназға үҙ ваҡытында беренсе медицина ярҙамы күрһәтелә. Ул саҡта был малайҙарға 10-11 йәш кенә була. Аҙаҡ Байназар Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәйне.
Әле 1-се Аҡъяр мәктәбендә Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрелеп, унда беҙҙең заман геройы Байназар Хәйбуллин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Хәйбулла районы хеҙмәте начальнигы Айҙар Айытбаев, “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Илүзә Кәримова ҡатнашты.
Айҙар Айытбаев уҡыусыларға экстремаль хәл-ваҡиға мәлендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, ҡыйыулыҡ тураһында һөйләне. Илүзә Кәримова ирекмәндәр эше тураһында бәйән итте. Уның әйтеүенсә, ирекмәндәр тарафынан ололарға һәм инвалидтарға күрһәтелгән һәр төрлө ярҙам, мәҫәлән, пандемия осоронда аҙыҡ-түлек, көндәлек тауарҙар алып килеү, 2021 йылдағы урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыу ҙа теге йәки был дәрәжәлә геройлыҡ билдәләре. Уҡыусылар бындай ғәмәлде һәр кем үтәй алыуын асыҡ аңланы.