МӘҒАРИФ
1 Мая 2022, 17:34

Афарин, Шамил!

Ул Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе дипломы менән бүләкләнде

Афарин, Шамил!Афарин, Шамил!
Афарин, Шамил!

2022 йылдың 25 апреленән 30-на тиклем Мәскәү өлкәһе Королев ҡалаһында Ю.А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгендә балалар һәм йәштәрҙең «Кеше - Ер - Йыһан» 22-се бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау йәштәр конференцияһы үтте.

Сарала 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың географияһы киң - Рәсәйҙең 45 төбәге һәм Ҡаҙағстан Республикаһы.

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң "Автомоделдәр эшләү" (етәксеһе Билалов Г.М) берекмәһе тәрбиәләнеүсеһе Шамил Теләүғолов  1-се урын алды. Ул «Йондоҙлоҡ - 2022» Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе дипломы менән бүләкләнде. Олимпиадала ҡатнашыусылар уның Алтын фондына инде. Афарин, Шамил!

 

 

Афарин, Шамил!
Афарин, Шамил!
Афарин, Шамил!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас