

БР-ның Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР-ның Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә ойошторолған «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022» акцияһына беҙҙең балалар баҡсаһы педагогтары ла онлайн һәм оффлайн форматта ҡушылды. Диктантты онлайн форматта яҙыусылар тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар тарафынан уҡылған текст буйынса яҙҙы.
Ә диктантты оффлайн яҙыусылар өсөн Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы базаһында майҙансыҡ ойошторолдо. Улар өҫтәмә белем биреү педагогы Ә.Ф.Баймырҙина дикторлығында башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле өсөн тәҡдим ителгән Рәми Ғариповтың “Уйланыуҙар” тексын яҙҙы. Туған тел мәсьәләһенә ыңғай ҡараш, Ер шарының именлеген хәстәрләүгә һәм рух көсө менән һуғарылған бай йөкмәткеле диктант тексын яҙыу аша беҙ башҡортса белемебеҙҙе тикшереп кенә ҡалманыҡ, ә туған телебеҙҙе белергә, өйрәнергә, ҡәҙерләргә һәм киләсәк быуындарға тапшырырға кәрәклегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Барыбыҙҙы ла бергә берләштергән донъя кимәлендәге матур саранан тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләре лә ситтә ҡалмауы бик ҡыуаныслы булды.
3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының
өҫтәмә белем биреү педагогы Ә.Ф.Баймырҙина.