МӘҒАРИФ
20 Апрель 2022, 09:22

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай

-

Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлайРәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай
Рәсәй уҡыусылары тарихты 1 кластан өйрәнә башлай

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, был бишенсе кластан уҡытылған фән түгел, ә тарихи белем биреү дәрестәре була.

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттем», — тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.

❗Кравцов әйтеүенсә, Мәғариф министрлығы мәктәптәргә класҡа йәки белем усағына инер алдынан уҡыусыларҙың телефонын йыйып алырға тәҡдим итергә ниәтләй.

Был тәҡдимдәр төбәктәргә май айында ебәрелә, ә 1 сентябрҙән һәр мәктәп был мәсьәлә буйынса үҙаллы ҡарар ҡабул итергә тейеш.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас