

“Фәнгә аҙым” тикшеренеү эштәре Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды.
Самат Акилов, Данир Әлибаев, Айзилә Рыҫҡолова, Әминә Йәрмөхәмәтова 1-се дәрәжә лауреаттар булды. Остаздары биология уҡытыусыһы Р.Акилов. Ә Азамат Әминев, Камила Байғужина 2-се дәрәжә лауреаттар булды. Остаздары башланғыс кластар уҡытыусыһы Л.Мөлкәмәнова.
Мәктәп делегацияһы 21-22 апрелдә Обнинск ҡалаһында үтәсәк уҡыусыларҙың “Фәнгә аҙым” XXII Бөтә Рәсәй конференцияһына саҡырылды.
Сығанаҡ: 2-се Аҡъяр мәктәбе.